Башҡортостанда бизнесҡа яңы субсидиялар бүленә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында шул турала белдерҙе. Коллектив көнбайыштың санкциялары сәбәпле тауарҙы транспортлау мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килде. Шуға бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға логистика өсөн субсидия бирелә.

Европа илдәре Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте туҡтатыу сәбәпле яңы партнерҙар эҙләү бурысы тора. Әлеге шарттарҙа элекке Советтар Союзы республикалары, шәреҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Азия, Африка илдәре менән сауҙаны үҫтерергә кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанда бизнесҡа яңы субсидиялар бүленә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ