Республикала коронавирус йоҡтороусылар бер аҙ кәмей

Уҙған тәүлектә яңы инфекция диагнозы 2501 кешегә ҡуйылған.

Был кисәге көн менән сағыштырғанда, 355 кешегә аҙыраҡ. Әле стационарҙарҙа 202 пациент дауалана, уларҙың 165-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 24 кешенең берәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 32 627 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 5 755 кеше һауыҡҡан, 11 кеше вафат булған.

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 2 350 402 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 94,6 проценты. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына вакцинация үтеү өсөн 6 676 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Республикала коронавирус йоҡтороусылар бер аҙ кәмей
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ