Юлаевсылар плей-офтың киләһе этабына сыҡты

Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһының сирек финалы барышында Өфөлә «Салауат Юлаев» һәм «Себер» командалары араһында бишенсе уйын уҙҙы. Осрашыу юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбенә тамамланды.

Дүрт еңеүгә тиклем барған серияла Өфө хоккейсылары 4-1 иҫәбенә еңеү яуланы. Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһының ярымфиналында «Салауат Юлаев» һәм «Трактор» осраша. Беренсе уйын 17 мартта Силәбелә үтә.

Фото №1 - Юлаевсылар плей-офтың  киләһе этабына сыҡты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ