Башҡорт дәүләт университетында патриотик флешмоб ойошторолдо. Йөҙәрләгән йәштәр юғары уҡыу йорто спорт майҙансығы алдында еңеү символикаһын аңлатҡан Z хәрефен төҙөп cафҡа баҫты.
Флешмобта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең ҡулында Рәсәй байрағын сағылдырған төҫлө ҡағыҙҙар. Бөгөнгө флешмобты ойоштороусылар һәм йәштәр Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә теләктәшлек белдереп, хөрмәт билдәһен күрһәтте.
Бынан тыш, университетта белем алған һәләтле йырсылар, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө башҡарыуында композициялар яңғыраны.
Гүзәл Борханова







