Иҡтисади көрсөк республикала башланған күләмле инфраструктура төҙөлөштәренә ҡамасауламаясаҡ

Иҡтисади көрсөк республикала башланған күләмле инфраструктура төҙөлөштәренә ҡамасауламаясаҡ

Был объекттарға аҡсалар бүленгән һәм эштәр бер ниндәй ҡатмарлыҡтарға ҡарамай дауам ителәсәк. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры ведомствоның коллегия ултырышында белдерҙе.

Бөгөн тармаҡ хеҙмәткәрҙәре үткән йыл йомғаҡтарын барлап киләһе йылға маҡсаттар билдәләне. Министр әйтеүенсә, былтыр юл төҙөлөшөнә һәм төҙөкләндереүгә бығаса булмаған күләмдә аҡсалар йәлеп ителгән. Төбәк заказдары 29 миллиард һумға еткән. Шул иҫәптән ун миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бүленгән. Был аҡсалар башланған төҙөлөштәрҙе лә тамамлап ҡуйыу мөмкинлеге бирә.

Баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡалары, Зинин ауылы эргәһендәге тимер юлы аша үткәүел, Ағиҙел аша күпер. Был төҙөлөштәрҙе тотош федераль округта иң күләмлеһе тип әйтер инем һәм улар беҙҙең төп ҡаҙаныш. Иң мөһиме: барлыҡ башланған төҙөлөштәр ҙә илдәге иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, дауам ителәсәк. Улар тулыһынса һәм башлыса федераль бюджеттан финансланған. Республика халҡына күләмле проекттар туҡтап ҡаласаҡ тип борсолаһы түгел.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Транспорт тәьминәте йәһәтенән дә Башҡортостан быйыл яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Өфө аэропорты 4 миллионынсы пассажирын ҡабул итһә, «Башавтотранс» бығаса булмаған күләмдә автобустар ҡайтарҙы. Тимер юлы ла йөк ташыу буйынса табышлы эшләгән. Алда тағы ла етдирәк бурыстар. Иң мөһиме хеҙмәт урындарын һәм эш хаҡын һаҡлап ҡалыу , тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары

Иң төп бурыс коллективтарҙы, эш хаҡын һаҡлап ҡалыу. Шул уҡ ваҡытта үҫеш йүнәлеше буйынса алынған темпты ла кәметмәҫкә тырышырға кәрәк. Транспорт һәм юл хужалығы тармағында заказсы, подрядсы, субподрядсы булһынмы барыһы ла һәр бер хеҙмәткәр өсөн көрәшергә тейеш.

Рәиф Әбдрәхимов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Фото №1 - Иҡтисади көрсөк республикала башланған күләмле инфраструктура төҙөлөштәренә ҡамасауламаясаҡ

Айнур Кәбиров

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ