Крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙы ҡеүәтләп

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша Башҡортостан халҡын алдағы ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашырға саҡырҙы. Район-ҡалаларҙа илленән ашыу сауҙа майҙансығы ойошторола. Урындағы етештереүселәр тәбиғи, сифатлы продукцияны арзан хаҡҡа тәҡдим итәсәк.

Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йәрминкә баҙарын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла, концепция булдырылған. Уның төп маҡсаты – хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу.

Йәрминкәләр республиканың 44 муниципалитетында ойошторола.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Беҙҙең өсөн ул ритейлдың мөһим формаһы. Сөнки ауыл ерлегендә продукция етештереүселәр күп. Крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарға сауҙа селтәрҙәренә эләгеү ауырға төшә, шуға йәрминкәләр уларға ҡулланыусылар менән туранан-тура осрашыу мөмкинлеге бирә.

Фото №1 - Крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙы ҡеүәтләп

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ