Алданған өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләр хәл ителәсәк

Өфөнөң «Московский» торлаҡ комплексы 2019 йыл аҙағында сафҡа инергә тейеш ине. Ләкин төҙөлә башлаған йорттар биш йылдан ашыу бер килеш тора. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар мәсьәләһе менән БЮТканалы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Лилиә Мырҙабаева нигеҙ ҡаҙылған саҡта уҡ «Московский» торлаҡ комплексында фатир һатып ала. Тәүҙә төҙөлөш графикҡа ярашлы барған кеүек тойолһа ла, биләмәлә күптән инде техника ла, төҙөүселәр ҙә күренмәй.

5 йыл дауамында ипотека түләйбеҙ, әле һаман да тулыһынса түләп бөтмәгәнбеҙ. Иң ҙур теләгебеҙ – ул төҙөлөп бөткән фатирға инеү. Тағы 1-2 йыл көтөргә тура килә икән – көтәсәкбеҙ, ләкин компенсацияға мин риза түгелмен.

Лилиә Мырҙабаева, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы

Рәзилә Маҡарова ла оҡшаш хәлгә тарый. 20 йыл сит төбәктә йәшәгәндән һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға планлаштырған ханым 2018 йылда төҙөлөш компанияһы менән килешеү төҙөп, фатир өсөн тулыһынса аҡсаһын да түләп ҡуя. Ләкин ҡайтырға ваҡыт еткәс, Сун-Ят-Сен урмандағы «Московский» торлаҡ комплексында алған фатиры проблемалы объектҡа әйләнә. Ике бәлиғ булмаған бала менән ул төпләнер урын тапмай, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр.

«Московский» торлаҡ комплексын «Госстрой» компаниялар төркөмө төҙөй башлай. Объекттарҙы ваҡытында сафҡа индермәгәне өсөн 900-ҙән ашыу кеше зыян күргән. Әле уларҙың мәсьәләһе менән төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар фонды шөғөлләнә.

Мәсьәләләрҙе Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды механизмы буйынса хәл итеү планлаштырыла. Арбитраж суды тикшеренеүҙәренән һуң, «Московский» торлаҡ комплексын төҙөгән «Городские проекты», «Зеленая роща», «Высотки» ойошмалары банкрот тип иғлан ителде. 5 апрель компаниялар группаһына ингән «Литер 4» ойошмаһының яҙмышы хәл ителәсәк.

Суд ҡарары буйынса компаниялар төркөмөнә ингән һуңғы ойошма банкрот тип асыҡланһа, биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондының күҙәтеү советы тарафынан йорттарҙы төҙөп бөтөү, йәки компенсациялар түләү буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Компенсациялар күләме баҙар хаҡына яҡын буласаҡ.

Олег Солтанов, Башҡортостандың Банкрот тип танылған төҙөүселәрҙең төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдындағы йөкләмәләрен көйләү фонды директоры вазифаһын башҡарыусы

Тәү сиратта төҙөлөш техник экспертизаһы талап ителсәк. Әгәр компенсация түләү кәрәк тип табылһа, уның күләме баҙар хаҡтарына яҡын буласаҡ, ти фонд етәксеһе. Федераль ҡарар буйынса компенсацияларҙы һанау ысулы бар. Уға ярашлы, фатирҙың ниндәй ҡатта урынлашҡаны, бүлмәләр һаны, майҙаны һәм ни тиклем төҙөлөп бөткәнлеге иҫәпкә алынасаҡ. Хисаплауҙы федераль фонд белгестәре башҡара.

Фото №1 - Алданған өлөшсөләр алдындағы йөкләмәләр хәл ителәсәк
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ