Радий Хәбиров Инстаграмдағы сәхифәһен юйҙы

Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙылыусыларға хәбәр итте.

«Был майҙансыҡта беҙҙең хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡыйырға саҡырыуҙары сәбәпле, миңә бында урын юҡ. Кешелек сифатын юғалтмаған һәр ватандашыбыҙ минең аҙымды хуплар тип ышанам», – тип белдергән Радий Хәбиров.

Интернет ҡулланыусыларҙы ул «Бәйләнештә», «Синыфташтар» һәм «Телеграмм» дағы сәхифәләрендә аралашырға саҡырған.

Быға тиклем элемтә һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Генераль прокуратура мөрәжәғәте нигеҙендә Рәсәйҙә Инстаграмға инеүҙе сикләү тураһында белдергәйне. Социаль селтәр менән идара итеүсе Америка компанияһы – «Мета» Рәсәй граждандарына ҡарата көс ҡулланыуға саҡырған яҙмаларҙы урынлаштырыуға рәсми рәүештә рөхсәт итеүе тураһында хәбәр итте.

Фото №1 - Радий Хәбиров Инстаграмдағы сәхифәһен юйҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ