26 мең бала һөт продукцияһы менән бушлай тәьмин ителә

2019 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән республикала Һөт кухнялары тергеҙелә башлағайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү буйынса ете комплекс төҙөлдө, йөҙҙән ашыу таратыу пункты асылды. Рәсәй кимәлендә был күләмле һәм уңышлы проекттарҙың береһе.

Бөгөн «Һөт кухняһы» продукцияһы менән 26 мең бала бушлай тәьмин ителә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә был ярҙамды юллау процедураһы ябайлаштырылды. Былтыр декабрҙә ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, билдәләнгән документтар исемлегенән ғаилә составы тураһында белешмә төшөрөп ҡалдырылды.

Хәҙер йәшәү урынын раҫлаусы справканы балаларҙы опекаға алған ата-әсәләр генә тәүге тапҡыр документтарҙы тапшырғанда бирергә тейеш. Ҡалған категорияларға паспорт күсермәһе, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм педиатрҙан справка ғына талап ителә.

Һөт ризыҡтарын бушлай алыуға заявканы өс ысул буйынса ҡалдырырға мөмкин. Бының өсөн таратыу пунктына, йә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк, шулай уҡ документтарҙың электрон версияһын махсус мобиль ҡушымта аша ебәрергә була.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

«Һөт кухняһы» етештереү-сауҙа селтәре мәғариф учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, уҡыусыларға профориентация эшен дә алып бара. Ошо маҡсатта производство майҙансыҡтарына экскурсиялар уҙғарыла. Сираттағы сара Нефтекамалағы комплекста ойошторолдо. Экскурсия барышында үҫмерҙәр эремсек һәм һөттө үлсәп төрөү процессы, лабораториялар эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, «Һөт кухняһы» ризыҡтарын тәмләп ҡараны.

Экскурсиялар балаларҙы производство менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Сара сиктәрендә улар һөттө ҡабул итеүҙән башлап әҙер продукция етештереүгә тиклем тулы эш циклы менән таныша.

Илгиз Фәйзуллин, «Һөт кухняһы» учреждениеһының нефтекама ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе 
Фото №1 - 26 мең бала һөт продукцияһы менән бушлай тәьмин ителә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ