Генераль прокуратура Instagramды ябыуҙы һәм “Meta”ны экстремистик ойошма тип табыуҙы талап итә. Был турала “Интерфакс” хәбәр итте. Бынан тыш, Тәфтиш комитеты компания хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Күптәр Инстаграмдағы сәхифәләрен юҡҡа сығарыуы тураһында белдерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та аккаунтын япҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарихсы Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, беҙҙең хәрбиҙәрҙе үлтерергә өндәгән интернет-майҙансыҡта ҡалырға ярамай.







