Уларҙа ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, картуф һәм башҡа йәшелсәләр һатылды. Баймаҡ районында ла киңәйтелгән сауҙа ойошторолдо. “Тәҡдим ителгән ит продукцияһы етди тикшереү үтте”, - ти Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ветеринария станцияһы етәксеһе Рәил Әбүбәкиров.
Бөгөн Өфө халҡы ла йәрминкәгә сыҡты. 10-ға яҡын урында киңәйтелгән сауҙа ойошторолдо. Һатып алыусылар һәм һатыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн йәрминкә барышын ҡараны. “Республикала аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ көтөлмәй”, - тип белдерҙе ул.
Республикала иртәгә лә йәрминкәләр үтә.




