Башҡортостанда яҡынса 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Ил төбәктәре араһында республика 7-се урында килә.

Хөкүмәт йортонда үткән Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының коллегия ултырышында үткән йылға йомғаҡ яһалып, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар мәсьәләһен хәл итеү юлдары ҡаралды.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Затон биҫтәһендәге "Интеграл" компанияһы төҙөгөн проблемалы объекттар буйынса компенсация түләү ҡарары ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта республикала 81 проблемалы йорт иҫәпләнә, уларҙа 4 меңдән ашыу өлөшсө зыян күргән. Мәсьәләне 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итеү күҙаллана.

Көн тәртибендә шулай уҡ авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәр һорауы ла ҡаралды. Уны хәл итеү һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү өсөн төҙөлөш компанияларына участкалар бүлеү зарур, тигән фекерҙә төбәк етәкселеге. Ә бына төҙөлә башлаған объекттарҙы финанслау шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ. Әткәндәй, ҡайһы бер объекттарҙы сафҡа индереү әҙерәк һуңлауы ла ихтимал. Был төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуына бәйле.

Төҙөлөштә ҡулланылған төп материалдар – цемент, арматура, кирбес һәм башҡалар, юл төҙөлөшөн алғанда - ул ҡырсынташ, ҡом, битум. Улар барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелә. Әлбиттә, сит илдән килгән лифт кеүек ҡоролмалар ҙа бар, ләкин улар күп түгел. Иҡтисади ҡатмарлыҡтар булмаһын өсөн төп бурыс – төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү.

Рәиф Әбдрәхимов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостанда яҡынса 3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ