Өфө автотранспорт колледжында мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ ишектәр көнө үтәң

Төҙөлөш һәм транспорт ремонтлау өлкәһендә белем алырға теләгән йәштәр өсөн һөнәри оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Быйыл автотранспорт колледжында егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн 425 бюджет урын ҡаралған. Шулай уҡ учреждениела һауа транспорты менән бәйле белгестәрҙе уҡытыу күҙаллана. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Автомобиль двигателен ремонтлаусы студенттар өсөн колледжда заводтарҙа булған шарттар ойошторолған. Улар яһалма ҡоролмала электр линияларын тоташтырып, машина ремонтларға өйрәнә. Өфө автотранспорт колледжында йәштәр өсөн ҡаралған оҫталыҡ дәрестәре даими үткәрелә.

Төбәктә автомобилдәрҙе һәм юлдарҙы төҙөкләндереү өлкәһендә урта звено белгестәрен әҙерләү өсөн ҡаралған уҡыу йортонда быйыл 425 бюджет урын бүленгән. Башҡа район-ҡалаларҙан килгән студенттар өсөн дөйөм ятаҡ әҙер.

1930 йылда Өфөлә юл техникумы булараҡ нигеҙ һалынған уҡыу йортонда меңәрләгән студент белем ала. Улар үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашып, республиканың юл һәм автомобилдәр менән бәйле ойошмаларында эшләй.

Фото №1 - Өфө автотранспорт колледжында мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ ишектәр көнө үтәң

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ