Мәсетле үҙәк район дауаханаһының яңы корпусында төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Мәсетлелә 1981 йылда уҡ нигеҙ һалынған, әммә консерварвацияланған үҙәк район дауаханаһының яңы корпустарында эштәр ҡайтанан башланды. Төҙөлөшкә федераль ҡаҙнанан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса ла йәлеп ителгән. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Участка терапевы Алина Ғәлләмова «Ауыл табибы» милли проектында ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында ул 5 йыл тәжрибә туплап өлгөргән. Проект шарттарына ярашлы, йәш табип шул ваҡытты мотлаҡ ауыл ерендә эшләргә тейеш. Әммә Алина Мәсетленән китергә ашыҡмай. Ике йыл элек белгес миллион һум күләмендә матди ярҙам алып, фатирлы булған.

Яҡынса ике йылдан йәш табип яңы заманса бинала эшләй аласаҡ. Мәсетле районы үҙәк дауаханаһында 4 тиҫтә йылдан ашыу туҡтатылып торған төҙөлөш тергеҙелде. Эштәрҙе тиҙләтергә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы этәргес бирҙе. Проект хупланғандан һуң, федераль бюджеттан төҙөлөшкә - 340 миллион һум, яңы медицина ҡоролмалары һатыу алыуға 300 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Быйыл ғинуарҙа башланған төҙөлөш ике йылға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта бер корпустың түбәһе ябыла, тәҙрәләр ҡуйылған.

Яңы корпустың беренсе ҡатында рентген, компьютер томографияһы, УЗИ кабинеттары, өсөнсөлә 21 урынға иҫәпләнгән терапия бүлеге асыласаҡ. Тик дауахананың майҙаны артмай: әлеге ваҡытта иҫке корпустарҙа эшләгән медицина персоналы һәм ҡоролмалар яңыһына күсереләсәк. Иҫке биналарҙа урынлашҡан анализдар тапшырыу бүлеге район хакимиәте милкенә күсерелә, педиатрия һәм терапия бүлеге медицина персоналы өсөн торлаҡҡа әүерелер тип көтөлә.

Фото №1 - Мәсетле үҙәк район дауаханаһының яңы корпусында төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ