Утыҙ йыл көткәндән һуң, ниһайәт, яңы фатирға

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге авария хәлендәге йорттан күсеүселәр бөгөн яңы торлаҡ асҡыстарын алды. Ильясовтарҙы яңы фатирға күсереүҙе тотош республика халҡы күҙәтте тиергә лә мөмкин . Уларҙың торлаҡ проблемаһын БЮТ каналы биш тапҡыр күрһәтте. Шуға күрә фатир туйлау шатлығын да үҙебеҙҙекеләй уртаҡлашабыҙ.

Ҡайҙан инергә лә, ҡайҙан юғары ҡатҡа күтәрелергә. Яңы фатир хужалары йорт менән тәүгә таныша. Ильясовтарға ла хәҙер лифт менән файҙаланырға тура киләсәк. Элек беренсе ҡатта ғына йәшәһәләр, хәҙер инде ун беренсегә тиклем үрләнеләр.

Яңы планировкалағы фатир оло йәштәгеләр өсөн лабиринтҡа тиң. Ләкин нисек кенә булмаһын яңы торлаҡ таушалған йортҡа ҡарағанда мең ҡабат яҡшыраҡ. Ильясовтар был көндө ике тиҫтә йылдан ашыу көткән.

Ильясовтар менән бергә яңы фатир асҡысын 36 ғаилә алды. Уларҙың барыһы ла авария хәлендә тип табылған иҫке йорттарҙан күсерелә. Республика был программаны тотош илдә иң тәүгеләрҙән булып тамамлай.

Быйыл беҙгә авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү өсөн бер миллиард йөҙ миллион һум аҡса бүленгән. Шул күләмгә 40 мең квадрат метр майҙанда йәшәүселәрҙе яңы фатир менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Программа 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Беҙ иһә уны быйыл уҡ тамамларға иҫәп тотабыҙ.

Виталий Гайдук Башҡортостандың авария хәлендәге торлаҡты күҙәтеү үҙәге директоры

Республикала 200 мең квадрат метр торлаҡ авария хәлендә. Ҡыҙғанысҡа, программаның теүәл үтәлеше таушалған йортта йәшәүселәр кәмей тигәнде аңлатмай. Йылдар үтеү менән торлаҡ фонды иҫкерә. Өфө йылғаһы ярында төҙөлгән сағыу йорттоң икенсе секцияһы ла иҫкергән торлаҡтан күсеүселәр өсөн тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Утыҙ йыл көткәндән һуң, ниһайәт, яңы фатирға

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ