Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Риза Мәһәҙиевҡа 50 йыллығы...
Риза Рафаил улы Мәһәҙиев 1993 йылдан 2021 йылға ҡәҙәр Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй.
1999 йылдан - Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 2010 йылда "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале лауреаты, «Актёр йыры» республика фестиваль-конкурсы дипломанты.
Бөгөн киске сәғәт алтыла «Ҡурай» каналында Риза Мәһәҙиев тураһында «Ваҡыт ҡуласаһы» тапшырыуы күрһәтелә. 19 март Салауат башҡорт драма театрында артистың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе ойоштороласаҡ.




