Пассажир йөрөтөүсе компаниялар республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән. Йәмәғәт транспортында билет хаҡын 37 һумға тиклем күтәрергә теләйҙәр. Быны запас деталдәр, бензин ҡиммәтләнеүе менән аңлаталар. Әле ҡалаларҙа пассажир автобустарында юл өсөн 25 һумдан 35 һумға тиклем түләргә кәрәк.







