Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлдәр Шәмсетдинова тураһында шулай тиҙәр. Ул хеҙмәт династияһын дауам итеүсе лә. Әсәһе педагог һөнәренә һөйөү уятҡан. Яңыраҡ Гөлдәр Шәмсетдинова районда үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булды. “Балаларҙы яратыуым уңыш яуларға ярҙам итте”, - ти мөғәллимә.







