Баш ҡалала урынлашҡан завод сит ил өлгөләренән ҡалышмаған продукция етештерә. Уны Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениелары, Мәскәүҙә Коммунаркалағы ковид госпитале, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре, Яҡын Көнсығыш һәм Африка дәүләттәре уңышлы ҡуллана. Предприятие һауаны бактерияларҙан таҙартыусы рециркуляторҙар ҙа сығара. Көнбайыш санкциялары шарттарында Өфө заводы тауарҙарына ихтыяж тағы ла артыр тигән өмөт белдергән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.




