Аңлатабыҙ. Башҡортостан. Көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

Нимә ул импортты алмаштырыу биржаһы?

Рәсәй компаниялары өсөн булдырылған онлайн хеҙмәт. Биржа аша улар  талап ителгән деталдәр, алмаш өлөштәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ тураһында мәғлүмәт ҡалдыра. Рәсәй етештереүселәре ихтыяждан сығып, өҫтәмә сығымдар һәм аралашсыларһыҙ аналогтарҙы тәҡдим итә.

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итерме?

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән. Үҙгәреш ҡаралмаған. Башҡортостанда 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарҙы күсереү ҡарала. Был эштәрҙе билдәләнгән мөҙҙәттән алда үтәү ниәтләнә. Былтыр 2 мең 917 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Быйыл 2 мең 797 кешене авария хәлендәге торлаҡтан күсереү планлаштырыла.

Илдә яңы торлаҡ төҙөлөшө тотҡарланмаҫмы ?

Рәсәй төҙөлөш министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы нигеҙ һалынған  йорттарҙы сафҡа индереү менән тотҡарлыҡтар булмаясаҡ. Былтыр Башҡортостанда 2 миллион 900 мең квадрат метр  торлаҡ файҙаланыуға тапшырылһа, быйыл планда 2 миллион 343 мең квадрат метр. Республика торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Рәсәйҙә Башҡортостан - етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

Фото №1 - Аңлатабыҙ. Башҡортостан. Көнүҙәк һорауҙарға яуаптар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ