Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләренә әҙерлек башлана

Бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләһе ҡаралды. Көслө ҡар яуыу сәбәпле күп урындарҙа техника сүп-сарҙы ваҡытында сығара алмаған. Марттың тәүге 10 көнөндә 7 меңдән ашыу ошондай осраҡ теркәлгән. Андрей Назаров халыҡ яғынан ризаһыҙлыҡ булмаһын өсөн ваҡытында һәм һөҙөмтәле эшләргә ҡушты. Тиҙҙән шәмбе өмәләре башлана. Был осорҙа төбәк операторҙарына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын артыҡ тотҡарламай сығарырға ҡушылды.

Фото №1 - Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләренә әҙерлек башлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ