Асҡын районы Мутайылға ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Модулле бина “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Фельдшер Фәүиә Хәйруллина 40 йылға яҡын халыҡ һаулығы һағында тора. “Әлегә тиклем 1965 йылда һалынған медицина пунктында эшләнек. Ул утын менән йылытылды. Яңы бинала иһә Интернет та бар”, - ти белгес.
“Күңелдә байрам кәйефе. Яңы медицина пунктын түҙемһеҙлек менән көттөк”, - ти ауылда йәшәгән Хәфәсә Фазылова.







