Йөҙ илле миллиард һумлыҡ иҡтисади үҫеш

Һуңғы өс йылда Башҡортостанға йәлеп ителгән инвестициялар күләме 31,3 процентҡа артҡан. Сағыштырып ҡарағанда, ил буйынса был күрһәткес 9,4 процентҡа ғына күтәрелә. Һуңғы тапҡыр республикала инвестицияларҙың ошондай үҫеш кимәле 2005-2008 йылдарҙа ғына күҙәтелгән.

Был турала Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Былтыр айырыуса һөҙөмтәле эш алып барылған, үҙләштерелгән инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында ун беренсе урынға күтәрелгән.

В Башкирии объем инвестиций за 2021 год составил 105,1%. Это высокий показатель. Мы в первый раз перешли психологическую отметку в 400 млрд рублей, всего объем инвестиций составил 419 млрд рублей.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Иҡтисадҡа килгән инвестициялар һөҙөмтәһендә яңы предприятиелар асыла, хеҙмәт урындары булдырыла. Радий Хәбиров һуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр республикала халыҡтың миграция үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелеүен дә билдәләне. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанға күсеп килеүселәр китеүселәргә ҡарағанда 14 879 кешегә артҡан.

Сағыштырып ҡарағанда, 2020 йылда миграцияның киреһенсә кәмеүе күҙәтелгән. Республика етәкселегенең яңы производстволар булдырыу буйынса алып барған социаль-иҡтисади сәйәсәте төбәктән халыҡтың күсеп китеү тенденцияһын туҡтатырға ярҙам итә.

2013 йылда ла халыҡтың миграция үҫеше күҙәтелгәйне, әммә былтырғы күрһәткес ул осорҙағы кимәлдән дүрт тапҡырға күберәк. Был республика өсөн яҡшы күренеш. Ғәҙәти халыҡ-ара миграциянан тыш, Башҡортостанға илдең башҡа төбәктәренән дә күпләп күсенә башланылар. Район-ҡала хакимиәттәренең миграция хеҙмәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, килгән халыҡты теркәү эшен әүҙемләштереүе лә ыңғай һөҙөмтә бирҙе.

Гөлдәр Әхмәтова ,Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре
Фото №1 - Йөҙ илле миллиард һумлыҡ иҡтисади үҫеш

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ