Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған

Социаль контракттар төҙөү планы ла уңышлы үтәлгән. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм алғанда, адреслы программа буйынса республика һәм федераль ҡаҙнанан 486 миллион 600 мең һум үҙләштерелгән.

Быға тиклем адреслы социаль ярҙам үҙ эшен асырға теләүселәргә генә бүленһә, быйылдан был мөмкинлек менән һалым органында теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа файҙалана ала. Яуаплы ведомство тарафынан тейешле үҙгәреш буйынса норматив хоҡуҡи акт әҙерләнгән. Республика етәкселеге бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа был йүнәлештең мөһимлеген билдәләп, хеҙмәт баҙарындағы хәлде күҙәтергә ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республикала эшһеҙлек кимәле 6,5 проценттан дүрткә тиклем кәмеп, коронавирус пандемияһына тиклем булған күрһәткескә еткәйне. Өфөлә генә эшһеҙҙәр 31 меңгә аҙайған.

Фото №1 - Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ