Башҡортостан юлсылары соҡорҙарҙы ямарға тотондо

Быйыл ул ғәҙәттәгенән иртәрәк башланған. Проблемалы урындарҙы ремонтлау өсөн төбәктең юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары ике мең тоннанан ашыу һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән тәьмин ителгән. Ҡырмыҫҡалы районы юлсыларының соҡорҙар менән нисек көрәшәүен БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

Һауа температураһы түбән булыуға ҡарамаҫтан, республика юлдарында ҡыҙыу эш мәле. Яуаплы хеҙмәткәрҙәр оҙон ҡыштан һуң хасил булған соҡорҙарҙы ямауға тотонған. Бының өсөн

Башҡортостанда етештерелгән һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла. Белгестәр билдәләүенсә, был беҙҙең климат шарттары өсөн иң уңай технология.

Әле бар көс Өфө – Белорет юлына йүнәлтелгән. Көн һайын был трассанан меңдәрсә автомобиль үтә. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында хеҙмәткәрҙәр алдында соҡорҙарҙы һәм уйымдарҙы артыҡ ҙураймаҫ элек ямап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Шулай иткәндә, сығымдар ҙа, ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителә.

Тәүге ваҡытта республикала сит илдең асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған. Һуңынан импорт тауарҙы Башҡортостан технологияһы алмаштырған. Бөгөн Благовещендағы предприятие йылына 7 мең тонна һыуыҡ асфальт етештерә. Шуның ике мең тоннанан ашыуы яҙғы осорҙа соҡорҙары ямау өсөн әҙерләнгән

Әлбиттә, һалҡын технологияны ҡулланыу ваҡытлыса сара. Белгестәр әйтеүенсә, даими ыңғай температура теркәлеү менән асфаль-бетон заводтары эш башлай. Графикка ярашлы, уларҙы асыу 1 апрелгә тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Башҡортостан юлсылары соҡорҙарҙы ямарға тотондо

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ