Уға ярашлы,2024 йылға тиклем 320 подъезды тәртипкә килтереү күҙаллана. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 550 млн һум аҡса бүленде. Күләмле ремонт программаһы буйынса исемлек урындағы халыҡ мөрәжәғәте һәм тикшереү комиссияһы ҡарары буйынса төҙөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каны хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе Тәскирә Низамова Левитан урамындағы йортта 48 йыл йәшәй. Хаҡлы ялдағы ханым башҡа фатир хужалары кеүек подъезд ремонтын күптән көткән. Ниһайәт, уларҙың йорто республикала ғәмәлгә ашырылған комплекслы төҙөкләндереү проектына индерелгән.
Күләмле программаға ярашлы, иҫке подъездар тулыһынса тәртипкә килтерелә. Эшселәр иҙән, түшәмдәрҙе, стеналарҙы яңырта, баҫҡыстарҙы һәм тәҙрәләрҙе төҙөкләндерә. Йортҡа ингән урында фасад та йүнәтелә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән подъездарға пандустар ҡуйыла.
Төбәктә барлығы 26 мең подъезд иҫәпләнә. Уларҙы төҙөкләндереү буйынса исемлек урындағы халыҡ мөрәжәғәте һәм тикшереү комиссияһы тәҡдименә ярашлы тултырыла.
Флорида Ким




