Баймаҡ районында күркәм йола буйынса эшсе һөнәрҙәр конкурсы үтә

Алтын ҡуллы оҫталар. Баймаҡ районында күркәм йола буйынса эшсе һөнәрҙәр конкурсы үтә. Унда төрлө ойошма һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара көс һынаша. Сәмле ярыш хаҡында киләһе яҙмала.

Йыл һайын март айында үткәрелгән был конкурсҡа сауҙа, мәғариф, сәнғәт, медицина өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеү маҡсатында бер сәхнәгә йыйылды.Конкурсанттар 4 һынау үтте. Үҙҙәре менән таныштырып,һөнәрҙәренә ҡағылған һорауҙарға яуап биргәндән һуң 5 йылдан һуң мин эшемде нисек күҙ алдына килтерәм тигән видеоролик тәҡдим итте.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ныҡлы әҙерлекле ине. Һәр талапты теүәл үтеп, барыһы ла адынғылыҡҡа ынтылды. Улар өсөн тамашасылар залында коллегалары янып - көйөп,уларҙы ҡеүәтләп ултырҙы.

Эшсе һөнәренең бәҫен арттырыу, йәш хеҙмәткәрҙәрҙең талантын асыу, уларҙы үҙ-ара аралаштырыу маҡсатында ойошторолған конкурс йыл һайын яңы исемдәр,яңы таланттар аса. Быйыл «Эшсе-2022» исеменә Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһы шәфкәт туташы Данил Сәфиуллин һәм «Күбәләк,» балалар баҡсаһы логопеды Илүзә Үтәғолова лайыҡ булды.Һәр конкурсантҡа бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр, сертификаттар тапшырылды.

Фото №1 - Баймаҡ районында күркәм йола буйынса эшсе һөнәрҙәр конкурсы үтә

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ