Мәсетле районы данын республика кимәлендә Яңы Мишәр ауылы биләмәһе яҡлаясаҡ. Ауыл халҡы конкурс грантына эйә булып, кесе Ватанын төҙөкләндермәксе. Сираттағы «Милли оҫтахана» фестивалендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашып, ауылдағы хужалыҡ һәм социаль объекттар менән танышты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Советтар Союзы Геройы, легендар летчик-штурмлаусы, авиация полковнигы Ҡотдос Латипов тураһында иҫтәлекле экспонаттар ҡәҙерләп һаҡлана. Мәктәп музейы экспонаттарында 18-се быуаттың беренсе яртыһында нигеҙ һалынған ауылдың бай тарихы сағыла. 500-ҙән ашыу экспонаттарҙың иң боронғоһо - мамонт һөйәктәре.
Ҡотдос Латипов исемен йөрөткән мәктәптә 100-гә яҡын уҡыусы белем ала. Шул уҡ бинала урынлашҡан «Умырзая» балалар баҡсаһында 31 бала тәрбиәләнә. Яңыраҡ «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә мәктәп спорт залында капиталь ремонт үткәрелгән.
Яңы Мишәр ауылында юғары мәҙәниәтле һәм оҫта ҡуллы халыҡ йәшәй. Урындағы «Яҙғы моңдар» йыр төркөмө - районда дан ҡаҙанған коллектив. Ауылда ҡул эштәре, халыҡ кәсептәренә өйрәнеү, милли аҙыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Урындағы «Ҡомартҡы» ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сажиҙә Ханова «Тамға» халыҡ-ара милли кейем оҫталары конкурсында 2-се урынға лайыҡ булған. Оҫта ҡуллы ханым тамбурлы ҡайып сигеүгә бәләкәй сағында әсәһенән өйрәнгән.
Яңы Мишәр ауыл советы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Бәйге грантына эйә булған осраҡта, ауыл хакимиәте мәктәпкә спорт инвентары алырға ниәтләй.
Яңы Мишәрҙәр уртаҡ тырышлыҡ менән Мәсетле районы республикала иң айыҡ төбәк булып танылыр тип ышана. Быйыл республика конкурсында 1537 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Бәйге финалы быйыл июндә үтер, тип көтөлә.
Рәзилә Ғиниәтуллина







