Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары федераль законға төҙәтмә әҙерләй. Документ Дума ҡарауына тапшырыла. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, чайдфри идеологияһы беҙгә көнбайыштан килгән. Уның нигеҙе - бала тапмайынса, үҙең өсөн генә йәшәү. Өлкәндәр ҡарарҙы үҙ аллы ҡабул итә. Әммә балалар араһында бындай идеология таралмаҫҡа тейеш, тине ул.







