Шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдиновтың “Инйәр улы” тигән китабы донъя күрҙе

Уны нәшер итеүгә тормош иптәше Римма Әхмәтйәнова ҙур өлөш индергән. Дамир Шәрәфетдинов 2020 йылдың 21 февралендә вафат булды. Уға 54 йәш ине. “Йыйынтыҡҡа һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары инде”, ти Римма ханым.

Шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдиновтың “Инйәр улы” тигән китабы донъя күрҙе

Римма Әхмәтйәнова белдереүенсә, ул шағирҙың публицистик яҙмаларын да бер китапҡа тупларға ниәтләй. "Иҙел башы" яҙыусылар берлеге Дамир Шәрәфетдинов исемендәге ижади конкурс ойошторҙо. Еңеүселәрҙе март аҙағында бүләкләү ҡарала. Уның барышында яңы китап менән дә таныштырыу була.

Фото №1 - Шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдиновтың  “Инйәр улы” тигән китабы донъя күрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ