Өфөлә митинг-концерт ойошторола. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, дин әһелдәре Башҡортостан Башлығы ошондай сара уҙғарыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Улар митингта ил президенты сәйәсәте, Украинала махсус хәрби операцияны хуплауҙарын, унда ҡатнашҡан ир-егеттәргә теләктәшлек белдерергә ниәтләй. “Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителгән мәлдә бөтәбеҙ ҙә берләшергә тейеш. Йәмғиәткә патриотик тойғоларыбыҙҙы белдерергә бурыслыбыҙ”, - ти Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Президиумы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.
Митинг Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған көнөндә - 18 мартта ойошторола. Унда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ҡунаҡтар – Элвин Грей һәм “Город 312” төркөмө. Сара Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холы янындағы майҙанда үтә. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.







