Райондың Аҡназар ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты файҙаланыуға тапшырылды. Унда пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған, заманса ҡорамалдар һатып алынған. “Йылы, яҡты, иркен бинала халыҡты ҡабул итеү күптәнге хыял ине. Хәҙер ауылдаштар ҙа, беҙ ҙә бик шатбыҙ”, - ти фельдшер Ғәйшә Сәғитова.
Аҡназар ауылында йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе хаҡлы ялда. Ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков:
Фельдшер-акушер пункты “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала 40-тан ашыу яңы медицина пункты асыу планлаштырыла. 162 миллион һумға модулле ҡоролмалар алыу ҡарала. Былтыр ошондай 73 пункт булдырылған. Беренсе звеноны яңыртыу программаһы буйынса, Башҡортостанға 2025 йылға тиклем федераль ҡаҙнанан 18 миллиард һум аҡса бүленә.




