Республикала сит ил компанияларының береһе лә ябылыу иғлан итмәгән

Көнбайыш санкцияларына бәйле эшмәкәрлек ваҡытлыса ғына туҡтатылған. Әлегә Башҡортостанда сит ил ҡатнашлығындағы предприятиеларҙың береһе лә хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу йә тулыһынса ябылыу тураһында иғлан итмәгән.

Был турала төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Республика Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә ойошторолған тура эфирҙа билдәләне. Интервью барышында ваҡытлыса эшмәкәрлеген туҡтатҡан компаниялар хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтары аңлатылды.

Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһының ҡыҙыу линияһы эшләй. Иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгө 9-ға тиклем экранда күрһәтелгән телефон һандары аша шылтыратып, хеҙмәт ҡануниәтенә бәйле ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға була. Эш эҙләгәндә, йә персонал йыйғанда «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлергә мөмкин, уңайлы системала вакансиялар базаһы тупланған.

Фото №1 - Республикала сит ил компанияларының береһе лә ябылыу иғлан итмәгән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ