Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ғәмәлдә ҡала

Был турала Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы хәбәр итә. Мәскәүҙә йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау кеүек сараларҙан баш тарттылар.

Әммә Башҡортостан илдең баш ҡалаһынан үрнәк алырға ашыҡмай. Был тәү сиратта эпидемияға бәйле хәл менән аңлатыла. Коронавирус йоҡтороусылар кәмей барыуға ҡарамаҫтан, ауырыу йоҡтороусылар дауам итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә “Ковид-19” инфекцияһы 1 мең ярымдан ашыу осраҡта асыҡланған, 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, республикала 5 мең 400-ҙән ашыу кеше хәүефле вирустан вафат булған.

Әле 169 кеше дауаханала ҡала, уларҙың 24-те ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 24 меңдән ашыу кеше өй шарттарында дауалана. Башҡортостанда прививка алырға тейешле халыҡтың 95 проценты вакцина яһатҡан.

Фото №1 - Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ғәмәлдә ҡала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ