Үҙәк хәрби округ инженерҙары ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә Шишмә районында практик уҡыуҙар үткәрҙе. Сценарий буйынса, Өршәк буйында йәшәгән халыҡҡа яҙғы ташҡын аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай.
Тиҙ арала килеп еткән шартлатыу командаһы иң тәүҙә хәүеф тыуҙырған урындарҙы тикшереп сыға. Саперҙар үҙәндең киңлеген һәм боҙҙоң ҡалынлығын үлсәгәндән һуң бер нисә мәке уя. Һуңынан етерлек күләмдә шартлатыу матдәләре урынлаштырыла.
Әле республикала боҙ тығындары участкаларында шартлатыу эштәрен башҡарыуға килешеүҙәр төҙөлгән. Был көндәрҙә муниципалитет етәкселеге ҡатнашлығында халыҡҡа һыу баҫыу хәүефе янауы тураһында хәбәр итеү өсөн команда-штаб күнекмәләре үткәрелә.
Илдар Байбулатов




