Быйыл Торатау шиханына экологик һуҡмаҡ төҙөкләндерелә башлай

Уның оҙонлоғо 5 саҡрымдан ашыу булыр тип күҙаллана.

Геопарк етәкселеге был юл тәбиғәт объектының ҡабатланмаҫ флораһын һәм фаунаһын һаҡлау өсөн бик мөһим, тип билдәләй. Әлеге ваҡытта Торатауға артылыр өсөн туристар ҡырҡтан ашыу һуҡмаҡ һалған.

Шихан тирәләй туристик навигация системаһы ҡороласаҡ, өс телдә Торатау һәм Туғарһалған күле хаҡында мәғлүмәтле стенд ҡуйылған да инде. Экоһуҡмаҡты бер-нисә этапта төҙөү ҡаралған. Иң башта шихандың көньяҡ битләүендә баҫҡыс, төньяҡ битләүендә йәйге спорт күтәрелеше өсөн ҡулайлама, 10 күҙәтеү майҙаны ҡороласаҡ.

Һуңғараҡ тау итәгендә һыбайлылар һәм йәйәүлеләр өсөн ҡулса-һуҡмаҡтар барлыҡҡа киләсәк. Улар менән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа ҡуллана алыр тип күҙаллана.

Фото №1 - Быйыл Торатау шиханына экологик һуҡмаҡ төҙөкләндерелә башлай

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ