Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих ауылдары, шулай уҡ Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт һәм Яҡут ауылдары халҡы үҙ биләмәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйырға ҡарар иткән. Башҡортостан парламентынан аңлатыуҙарынса, һәр ауыл «ҡоро закон» индереүҙе тәҡдим итә ала. Әммә ҡанун проекты Республика Хөкүмәтендә ыңғай баһа алырға һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителергә тейеш.
«Айыҡ Башҡортостан» проекты координаторы булараҡ алкоголь ҡулланыу һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәгән бөтә башланғыстарҙы хуплайым. Шул уҡ ваҡытта эскелек мәсьәләһен тыйыуҙар менән генә хәл итеү мөмкин түгел. Шуға ла беҙҙең парламент сикләүҙәр менән бер рәттән сәләмәт ял ойоштороуға ла етди иғтибар бүлә.
Был тәү сиратта спорт менән менән шөғөлләнеүгә шарттар булдырыу, төрлө мәҙәни саралар ойоштороуға бәйле. шулай йәштәр сәйәсәтен дөрөҫ алып барыу, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә иғтибар бүлеү бик мөһим.








