Түбәнге Ләмәҙҙәр район данын республикала яҡлаясаҡ. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йортонда шәжәрә байрамы ойошторолдо .
Түбәнге Ләмәҙҙә 581 кеше йәшәй. Шәймәрҙәновтар менән Төхвәтуллиндар ата-бабалары тарихын ентекле өйрәнеп, шәжәрә төҙөгән. Фәиз Ишбулат улы быуындар тарихын ике йыл элек өйрәнә башлаған. Ете быуыны хаҡында ул ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән бүлеште, сығышын мажаралы хикәйәттәр менән дә байытты.
Шәжәрә байрамында ҡатнашыусыларҙы Ләмәҙ ауыл биләмәһе башлығы Раил Мирхәйҙәров тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, Түбәнге Ләмәҙҙәргә ауыл тормошонда әүҙемлек күрһәтеүҙәренә рәхмәтен еткерҙе.
Гүзәл Борханова







