БДУ студенттары Дмитрий Губерниев менән осрашты

Башҡорт дәүләт университеты студенттары алып барыусы, «Матч-ТВ» телеканалының спорт комментаторы Дмитрий Губерниев менән осрашты. Оҫталыҡ дәресендә билдәле журналист һөнәре нескәлектәре менән уртаҡлашты.

Алып барыусы тәүге эфиры тураһында һөйләне, эшендәге ҡыҙыҡлы мәлдәр, кадрҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. БДУ-ның журналистика кафедраһы студенттары өсөн телмәрҙе камиллаштырыу буйынса Светлана Макарованың методикаһы айырыуса ҡыҙыҡлы булды.

Осрашыу аҙағында Дмитрий Губерниев йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Фото №1 - БДУ студенттары Дмитрий Губерниев менән осрашты

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ