Яулыҡтарҙа ниндәй тарих сере һаҡлана?

Шишмә районы Ябалаҡлы ауылындағы байрамда ҡатнашыусылар ошо хаҡта һөйләште. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған Яулыҡ байрамы күптән түгел уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланды.

Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме генә түгел. Яулыҡҡа бәйле күп ҡыҙыҡлы факттар билдәле. Байрамда һуңғы мода буйынса сығарылғандары ла, һандыҡ төбөндә ҡомартҡы булып һаҡланғандары ла бар.

Ғәзимә Шипаева француз яулыҡ алып килгән. Элек трофей итеп алып ҡайтылған яулыҡ туҡымаһы төҫөн юғалтмаған, ул әле лә милли байрамдар биҙәге.

Бынан тыш, Ғәзимә Шипаева тағы бер ҡыҙыҡлы иҫтәлеге менән бүлеште. Уның олатаһы Зыязетдин Шипаев рус- япон һуғышына бағышланған «Порт- артур» йырының авторы булған тип иҫбатлана. Ябалаҡлылар билдәләүенсә, Мәскәү архивтарында быны дәлилләүсе документтар ҙа һаҡлана.

Ауылдаштар кисәлә яулыҡ бәйләү алымдары менән бүлеште. Ижади һәм рухи берҙәмлеккә әйҙәүсе байрамдар киләсәктә лә ойоштороласаҡ.

Фото №1 - Яулыҡтарҙа ниндәй тарих сере һаҡлана?

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ