Бөгөн туризм өлкәһендә кэшбек программаһы эшләй башланы

Уға ярашлы, ил сигендә сәйәхәт, ял иткән туристар юллама алыуға киткән сығымдың егерме процентын кире ҡайтара ала. Белгестәр әйтеүенсә, кэшбек ҡайтарыу Башҡортостанға килеүсе туристар күләмен дә бермә-бер арттырасаҡ.

Быға илдәге сәйәси хәл дә йоғонто яһай. Күпме турист килеүе көтөлә һәм Башҡортостан был тиклем күләмде ҡабул итергә әҙерме? Яуап киләһе яҙмала.

Мысыр, Дубай, Төркиә яры урынына Бөрйәндең төпкөл ауылы. Айтуғандың үҙ биләмәһендә йөҙәрләгән йылҡыһы, ҡымыҙ бешеү ҡуралары, ял итеү йорто булыуға ҡарамаҫтан, буш ваҡытын үткәреү өсөн диңгеҙ буйын һайламаған. Киреһенсә, милли кейемдәр кейеп, боронғо кәсептәрҙе үҙләштереп тирмәлә йәшәүҙе ҡулай күргән.

Глобалләштереү, технологиялар мөхитендә йәшәп арыған халыҡ тарихи асылына ҡайта. Шуға күрә этнотуризм өмөтлө йүнәлештәрҙең береһе. Сит илдәргә сығыу мөмкинлеге кәмеү менән был тармаҡ тағы ла йәнләнә. Сөнки туристарҙы ябай һуҡмаҡтар, ял йорттары, яр буйҙары менән генә ылыҡтырыу ауыр.

Күҙаллауҙар буйынса республикаға 4 миллион тирәһе кеше киләсәк. Былтырғы менән сағыштырғанда, 15 процентҡа күберәк. Туризм өлкәһе эшҡыуарҙары әйтеүенсә, кэшбэк реаль үҫеш биреүсе механизм. Ял итеүселәр егерме меңгә тиклем аҡсаһын ҡайтара алһа, операторҙар өсөн клиенттар арта.

Туристар артыр ҙа, әммә уларҙы ҡабул итергә әҙербеҙме? Инфраструктураның был тиклем халыҡ ағымын күтәрә алмаясағы көн кеүек асыҡ. Мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтеү маҡсатында ил хөкүмәте туризм объекттарын өҫтәмә хаҡҡа һалымдан азат итте.

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ләкин ҡунаҡсыллыҡ менән генә туризмды үҫтереү икеле. Әгәр алып килер күстәнәс булмаһа, саҡырған ҡунағың да килмәүе ихтимал. Ул сағында һәр кем үҙ тирмәһендә генә ятыуҙы хуп күрәсәк.

Фото №1 - Бөгөн туризм өлкәһендә кэшбек программаһы эшләй башланы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ