#Аңлатабыҙ_Башкортостан Мөһим һорауҙарға яуап бирәбеҙ

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сиктәрендә пошлинаһыҙ тауар индереү мөмкинлеге ҡараламы?

Рәсәй хөкүмәте ил өсөн кәрәкле тауарҙарға пошлина һалыуҙы туҡтатыу тәҡдиме менән Евразия комиссияһына  мөрәжәғәт итте. Был сара айырым аҙыҡ-түлек, фармацевтика сәнәғәте, төҙөлөш тармағы, электроника етештереүҙ кәрәкле  тауарҙар менән тәьмин итеүҙе ҡулайлаштырырға тейеш.

Рәсәйгәһыйынған Донбасс халҡына ярҙам итергә теләйем.Нимә эшләргә?

Ваҡытлыса йәшәү урындарында эшләргә, гуманитар ярҙам таратырға, кешеләргә психологик яҡтан таяныс булырға, балалар менән эшләргә мөмкин. Ваҡытлыса йәшәү урындарында эшләү өсөн башта добро.рф сайтында теркәлергә, аратабан төбәк штабы менән бәйләнешкә сығырға кәрәк. Донбасҡа гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашыу өсөн Мывместе.рф сайтында теркәлеү үтергә.

Рәсәйҙең дарыуҙар баҙарында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә, кәрәкле дарыуҙар һатыуҙан юғалмаҫмы?

Дарыуханаларҙағы препараттарҙың барыһы ла сит илдәрҙә етештерелмәгән. Дарыуҙарҙың күп өлөшө Рәсәйҙә сығарыла. Өфөләге  “Фармстандарт” предприятиеһында ғына 119 төр препарат етештерелә. Сит ил фаркомпаниялары ла Рәсәйҙе дарыуҙар менән тәьмин итеүҙән баш тартмаған.

Фото №1 - #Аңлатабыҙ_Башкортостан Мөһим һорауҙарға яуап бирәбеҙ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ