Өфөлә Ҡырымдың Рәсәй составы инеүҙең 8 йыллығына автосәйәхәт ойошторолдо

Өфөнөң йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары ойошторған автосәйәхәттә 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары ҡуйылған һәм Рус яҙы акцияһы символы менән биҙәлгән 40 автомобилдә ҡала урамдары буйлап уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттарына ла теләктәшлек белдерҙе. Акция аҙағында «Йәшлек House» йәштәр биләмәһендә «Несокрушимый» фильмы күрһәтелде. Унда «КВ-1» танкы экипажы батырлығы һүрәтләнә.

Фото №1 - Өфөлә Ҡырымдың Рәсәй составы инеүҙең 8 йыллығына автосәйәхәт ойошторолдо
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ