Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған ике Башҡортостан егетен һуңғы юлға оҙаттылар

Мәләүездән Александр Бесов менән Стәрлетамаҡтан Владимир Мокшинды ерләү алдынан ойошторолған матәм митингында Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ил именлеге, беҙҙең хәүефһеҙлек өсөн йәнен йәлләмәгән егеттәрҙең исеме халыҡ хәтерендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ. Илһөйәр, рухлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе лә дәүләт яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, тине төбәк башлығы.

Бала саҡтан атыу ҡоралын яратҡан, тирҙан сығышмаған, төҙлөккә атыу буйынса бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған . Хәрби кеше булыу Александрҙың бала саҡ хыялы ине , ти мәрхүмдең дуҫтары. Бәлки, шуғалыр ҙа Александр Бесов ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң да контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, снайпер вазифаһында .

Мин уның менән балалар баҡсаһынан алып бергә үҫтем. Бәләкәйҙән үк хәрби булам тип хыялланды. Түңәрәктәргә йөрөнө, сәпкә атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, Автоматты һүтеп-йыйыу уның яратҡан шөғөлө ине. Бик мәргән ине.

Кирилл Батов, Александр Бесовтың дуҫы

Ҡырыҫ һөнәр һайлаһа ла иҫ китмәле алсаҡ, йөҙөнән йылмайыу китмәгән малай булды, тип хәтерләй уны уҡытыусылары .

Ул алсаҡлығы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Шул тиклем ярҙамсыл, итәғәтле булды. Әле лә ниндәй генә фотоларын алма, видеояҙмаларҙы ҡарама һәр береһендә йылмайған.

Наталья Щербакова, Александр Бесовтың уҡытыусыһы

Хәтерҙә лә ул мәңгегә тап шул алсаҡ йөҙлө малай ғына булып ҡаласаҡ. Александр 22 йәшендә генә хәрби операция барышында һәләк була. Әммә уның ҡаһарманлығы ил тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Батырлығы өсөн ул наградаға тәҡдим ителгән.

Стәрлетамаҡ егете кесе сержант Владимир Мокшинды белеүселәр ҙә уны һәр яҡлап та һәләтле ине тип хәтерләй. Профессиональ спортсы, музыкант, көслө ихтыярлы шәхес булды, ти уның дуҫтары. Владимир Алкин ҡасабаһында урынлашҡан саперҙар часе составында Украиналағы хәрби операция барышында һәләк була.

Владимир Мокшиндың өс балаһы етем һәм ҡатыны тол ҡалды. Уны туғандары һәм ата-әсәһе янында Ишембай районында ерләнеләр. Мәләүез егете Александрҙың Бесовтың да ҡатыны ныҡлы терәген, әсәһе таянысын юғалтты. Республика етәксеһе, Ватанды һаҡлап һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне.

Фото №1 - Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған ике Башҡортостан егетен һуңғы юлға оҙаттылар
Башбат

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ