Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Баш ҡала ойошмалары һәм предприятиеларынан иң беренселәрҙән булып Федераль һалым хеҙмәте ярҙамға килгән. Хәйриә акцияһында Республиканың социаль страховкалау фонды коллективы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙемлек күрһәткән. Улар гигиена әйберҙәре, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм мәктәп уҡыусыларына канцелярия тауарҙары йыйған. Гуманитар йөк 18 мартта ылау менән ебәреләсәк.

"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойошмаһында "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр штабы ағзалары халыҡтан йыйылған аҙыҡ-түлекте, гигиена кәрәк-яраҡтарын сортировкалауҙа ҡатнаша.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына ярҙам итергә теләүселәр гуманитар ярҙамды Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы 17-се йорт адресы буйынса һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойошмаларына тапшыра ала.

Фото №1 - Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ