Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусыларҙың ике тапҡырға кәмеүе күҙәтелә

Кисә яңы инфекция диагнозы тағы ла 1 398 кешегә ҡуйылған. Бөгөн стационарҙарҙа 156 кеше дауалана, уларҙың 103-ө 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 23 кешенең өсәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла  24 757 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән  4 018 кеше һауыҡҡан, 16 үлем осрағы теркәлгән.  

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 1-се компонент менән прививкаланыусылар һаны 100 ярым  процентҡа етте. 2 364 509 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 95 проценты. Тәүлек дауамында медицина учреждениеларына вакциан һалдырыу өсөн 7 090 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусыларҙың ике тапҡырға кәмеүе күҙәтелә

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ