Республика поликлиникаларында халыҡты диспансер тикшереү дауам итә

Диспансер һәм профилактик медицина тикшереү сараһы  СOVID-19 сире менән бәйле туҡтатылып торғайны. 21 февралдән ул йәнә тергеҙелде. Медицина учреждениелары 18 йәштән өлкәндәрҙе һәм ковидтан һуң сәләмәтлек торошон тикшерергә саҡыра. Уға дәүләт хеҙмәттәре порталы, 122 телефоны буйынса, йә поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.

 18 йәштән 39 йәшкәсә диспансер тикшереү өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. 40 йәштән һуң йыл һайын. Был йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин, онкология сирҙәрен  иҫкәртеү өсөн эшләнә.

Элина Фәсхетдинова, Өфөнөң 8-се дауаханаһы ҡарамағындағы 3-сө поликлиниканың медицина профилактикаһы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы

Тәүге этапта ҡан составы тикшерелә, электрокардиограмма, флюрография үткәрелә, 40 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарға маммография тәғәйенләнә. Сәләмәтлектә ниндәйҙер тайпылыш булһа, терапевт  артабан белгескә йүнәлтмә бирә. 

Фото №1 - Республика поликлиникаларында халыҡты диспансер тикшереү дауам итә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ