Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән әүҙем йәштәр бүләкләнде

Студенттар көсө менән. Коронавирус таралыу менән бәйле ҡатмарлы осорҙа табиптарға ярҙам итеүсе йәштәргә бөгөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Республиканың төрлө район-ҡалаларындағы дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа практика үтеүсе егеттәр-ҡыҙҙар ПЦР-тест алырға, документ тултырырға, пациенттарҙы ҡабул итергә өйрәнеп тәжрибә туплаған.

Төбәк медицина учреждениеларында Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алған 3 меңдән ашыу студент ирекмән булараҡ практика үткән. Бынан тыш, медицина колледждарында белем алыусылар ҙа колл-үҙәк эшен үҙ өҫтөнә алды.

Йәштәр пациенттарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап биреп, регистратура хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткән. Урындағы дауаханалар етәкселегенең ҡайһы берҙәре тырыш студенттарҙы эш менән тәьмин итергә әҙер булыуын белдерә.

Фото №1 - Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән әүҙем йәштәр бүләкләнде

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ