Республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы тарафынан ойошторолған форумды агрокомплекс.онлайн интернет-платформаһында күҙәтергә мөмкин буласаҡ.
Традицион рәүештә, экспозицияла ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе предприятиелар, ветеринария, малсылыҡ һәм үҫемлекселек компаниялары сығыш яһай. Быйыл агрофорумда Рәсәйҙең 31 төбәгенән һәм Беларусь республикаһынан 280-дән ашыу компания ҡатнашыр, тип көтөлә.
Сарала Ватан етештереүселәре, шул иҫәптән Башҡортостан аҙыҡ-түлек, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарын тәҡдим итеп, дегустация һәм сауҙа итеү мөмкинлеген дә булдырасаҡ. 25 мартҡа тиклем дауам итәсәк эшлекле форумда дәүләт эшмәкәрҙәре тарафынан ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, һөт эшкәртеү, умартасылыҡ һәм башҡа тармаҡтарҙы модернизациялау мәсьәләләре лә күтәреләсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина




