Ишембай ҡалаһында А. Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелеүе ихтимал

Был «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә мөмкин. Бәйгенең 2-се этабы һөҙөмтәләре 25 мартта билдәле буласаҡ.

Тап ошо проект буйынса ҡаланың Ленин майҙаны тәртипкә килтерелгән дә инде. 1946 йылда асылған ял паркы XX быуаттың икенсе яртыһында күңел асыу үҙәге һаналған, бөгөн майҙан популярлығын юғалтҡан. Паркҡа ял итергә йөрөүселәрҙең күбеһе - оло быуын вәкилдәре.

Өлкән йәштәгеләр саф һауала скандинав атлау менән шөғөлләнеп, һаулыҡтарын нығыта. Майҙанда эскәмйәләр һанын арттырыу, спорт майҙансыҡтары төҙөү талап ителә. Паркҡа реконструкция һуңғы тапҡыр 2015 йылда эшләнгән.

Һуңғы йылдарҙа паркта ял итеүселәр кәмене. Был объекттың эшлектән сығыуы һәм ҡалала башҡа нөктәләр барлыҡҡа килеү менән бәйле. Ҡыҙғанысҡа, вандаллыҡ күренештәре лә йыш осрай. Әлеге ваҡытта тәртип боҙоусылар менән көрәш алып барабыҙ.

Ринат Ишембаев, Ишембай ҡалаһының А. Матросов исемендәге ял паркы директоры
Фото №1 - Ишембай ҡалаһында А. Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелеүе ихтимал

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ